+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Февраля 2022, 04:30

Рәми Ғариповҡа арналған фекерҙәр

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәрҙә Рәми Ғариповҡа һәм уның ижадына ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ул былай тип яҙа:

Рәми Ғариповҡа арналған фекерҙәрРәми Ғариповҡа арналған фекерҙәр
Рәми Ғариповҡа арналған фекерҙәр

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәрҙә Рәми Ғариповҡа һәм уның ижадына ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ул былай тип яҙа:

"Үткән шәмбелә Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған саралар старт алды. Радий Фәрит улы Хәбиров һәм республика Хөкүмәте ағымдағы йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры ижадын популярлаштырыу буйынса етди эш планлаштырҙы.

"Китап" нәшриәтендә быйыл шағирҙың тормошона һәм ижадына бағышланған биш китап нәшер итеү ҡарала, "Минең Рәми" исемле ҙур конкурс асылды, Рәми Ғариповтың балалары менән шағирҙың һанлаштырылған архивын төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Был архив фондында шағирҙың көндәлектәре, хаттары, тәржемәләре һәм, әлбиттә, шиғырҙары буласаҡ. Уларҙың күбеһе бит әле лә баҫылмаған.

Милли китапханала шулай уҡ ғаилә архивы күргәҙмәһе асылды. Ҡуйылған материалдар Рәми Ғариповтың, эш, тип йәшәүен күрһәтә. Тәржемәләр, шиғырҙар йә фольклор экспедицияларынан материалдар – барыһы ла академик ентеклелек менән эшләнгән.

Рәми Ғариповтың көндәлектәре, биографияһы, гений бер процент илһамдан һәм 99 процент ауыр хеҙмәттән хасил ул, тигән Томас Эдисондың билдәле әйтемен тулыһынса раҫлай.

Радий Фәрит улының үҙенсәлекле һәм шул уҡ ваҡытта ябай алымы, йәғни шағирҙың әҫәрҙәрен рус телендә Рәсәй актерҙары башҡарыуында сығарыуы Рәми Ғариповтың тәрән һәм уникаль лирикаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтте.

Рәми Ғариповтың шиғри көсө Көмөш быуат авторҙарыныҡынан бер ҙә ҡалышмай. Юҡҡамы ни йыш ҡына уның ижадын Сергей Есенин ижады менән сағыштыралар.

Рәми Ғарипов – башҡорт поэзияһы генийы. Шуға ла уның ижадын асыу һәм популярлаштырыу мине илһамландыра һәм ҡыуандыра.

Шул уҡ ваҡытта, ысынында бөйөк һәр шәхес менән булған кеүек, Рәми Ғариповтың тормошо ла ысынбарлыҡҡа тап килмәгән уйҙырмалар һәм мифтар менән тулған. (Шуға ла быйыл Р. Бикбаев яҙған биографияһын ҡабаттан баҫтырабыҙ. "Диван" эксперттарҙың 600 битлек китапты уҡып сығырына бик үк ышанып та булмай, әлбиттә).

Рәми Ғариповтың 60-сы йылдар быуынының ("шестидесятники") сағыу вәкиле, “Йылы” (“Оттепель”) дәүере кешеһе  икәнен иҫтән сығармаһаҡ ине. Моғайын, шағирҙың ихласлығы, дөрөҫлөктө күҙгә бәреп әйтеүе, идеяға тоғролоғо шунан киләлер. Шуның өсөн дә ҡайһы бер замандаштарына ул хуш килмәй, шағирға ярлыҡ тағырға, уны ҡыҫырыҡларға теләүселәр ҙә табыла. Әлбиттә, шағир йә яҙыусының кемеһенә үҙенең ижадына ҡарата ҡаты, ләкин ғәҙел тәнҡит оҡшаһын?! (Провинцияла бит һин йә "бөйөк", йә бөтөнләй шағир йәки яҙыусы түгелһең.) Нәҡ шуның өсөн дә йәш шағирҙар һәм яҙыусылар Рәми Ғариповҡа тартыла.

Рәми Ғарипов үҙе тере саҡта уҡ яҙыусылар берлеге һәм партия органдары ярлыҡ тағырға теләүселәрҙе урынына ултыртты. Милли китапханаға барып, һәр кем шағирҙың партия билеты менән таныша ала.

Рәми Ғариповты "милләтселек"тә ғәйепләп Яҙыусылар союзынан ҡыуғандар, тигән ялған һүҙ йөрөй. Ә, асылда, ундай факт бөтөнләй булмаған. Рәми Ғарипов ғүмеренең ахырына тиклем Союз ағзаһы булып ҡала. Унан да бигерәк, ул саҡтағы йәш яҙыусы Михаил Чвановты Яҙыусылар ойошмаһына алыу тураһында ла хәстәрләп йөрөй (Һуң Өфөлә бөгөн кем Аксаков фондын булдырыусыға ҡарағанда ла "рус”ыраҡ?!) Был турала миңә Михаил Андреевич, Рәми Ғариповты тәрән йылылыҡ менән иҫкә алып, үҙе һөйләне.

Рәми Ғариповтың тормош юлын өйрәнеү һәм ижадын популярлаштырыуға арналған ошо йылдарҙа шуны аңланым: "милләтсе Рәми Ғарипов" тик милләтселәргә кәрәк, был уларға үҙҙәренең китек асылын аҡлар өсөн ҡулай.

Башҡорт халҡы иһә иҫән саҡта уҡ Рәми Ғариповты һәр шиғри юлында ярылып ятҡан ғәҙеллеге, ихласлығы өсөн яратты.

Бөгөн беҙ йәмғиәтебеҙгә үҙенең яҡты нуры менән үҫеп килгән быуынға үҙ өҫтөндә көндәлек эш алып барырға илһамландырған, еңеүсе фәлсәфәһе тәрбиәләгән генийҙы – Рәми Ғариповты бирергә тейешбеҙ".

Автор:
Читайте нас