

15 февралгә ҡарата республикала ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 168 662 тәшкил итә. Үткән тәүлектә дүрт меңгә яҡын – 3 954 ауырыу өҫтәлгән. “Коронавирус менән сирләүселәрҙең күпселеге амбулатор шарттарҙа дауалана. Әлеге мәлдә ауырыуҙарҙың 94 проценты, йәғни 25 778-е инфекцияны еңел үткәрә”, – тип белдерҙе бөгөнгө брифингта Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Стационарҙа 336 сырхау ята, уларҙың 207-һе – алтмыш йәштән өлкәндәр.
“Республикала 32 лаборатория тәүлек әйләнәһенә эшләй. Аҙаҡҡы тәүлектә 20 меңгә яҡын анализ яһалған. Вакцинация әүҙем бара. Был эшкә яуаплы ҡараусы кешеләргә ҙур рәхмәт”, – тине Максим Забелин.
Бөгөнгө көнгә прививканың беренсе компонентын 2 423 194 кеше, йәғни вакцинация уҙырға тейешле халыҡтың 97,5 проценты яһатҡан. Икенсе компонентын да ҡаҙатыусылар – 2 271 089 (91,4). Ревакцинация үтеүселәр – 341 236.
12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында прививка эшләтеүселәр – 2 880.