+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Февраля 2022, 03:30

Алтынсынан һигеҙенсегә кире төштөк

14 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 4 миҙал комплекты уйнатылды.

Алтынсынан һигеҙенсегә кире төштөкАлтынсынан һигеҙенсегә кире төштөк
Алтынсынан һигеҙенсегә кире төштөк

14 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 4 миҙал комплекты уйнатылды.

Рәсәй спортсылары олимпия уйындарының 10-сы ярыш көнөндә бер көмөш миҙал алып килде.

Виктория Синицина менән Никита Кацалапов парлы фигуралы шыуыуҙа, француздарҙан ҡалып, икенсе урынға сыҡты

Шулай итеп, Рәсәй командаһы 18 олимпия миҙалы менән (4 - алтын, 6 - көмөш һәм 8 – бронза) дөйөм миҙалдар зачетында һигеҙенсе урынға төштө.

Лидер позицияһын  Норвегия тотоп килә (9 – алтын, 5 – көмөш, 7 бронза миҙалы). Унан ҡала Германия (8 – алтын, 5 – көмөш, 2 – баҡыр), АҠШ (7 – алтын, 6 – көмөш, 3 – баҡыр), Австрия (6 – алтын, 6 – көмөш, 4 – бронза) Нидерланды (6 – алтын, 4 - көмөш, 2 - бронза), Ҡытай (5 – алтын, 4 – көмөш, 2 – бронза) Швеция (5 – алтын, 3 – көмөш, 3 – бронза) килә.

Дөйөм миҙалдар һаны буйынса Рәсәй 18 миҙал менән икенсе урында килә. Беҙҙән алда – Норвегия (21 миҙал).

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас