

13 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 7 миҙал комплекты уйнатылды.
Рәсәй спортсылары олимпия уйындарының 9-сы көнөндә 1 - алтын, 1 – көмөш һәм 2 бронза миҙалы алып килде.
Саңғы уҙышынан ирҙәр эстафетаһын Алексей Червоткин, Александр Большунов, Денис Спицов һәм Сергей Устюгов триумф менән еңде.
Шорт-тректа Константин Ивлиев, венгр спортсыһынан саҡ ҡына ҡалып, икенсе урынға сыҡты.
Бронзаны яҡташыбыҙ Эдуард Латыпов - биатлондан (уның был икенсе бронза миҙалы) һәм коньки шыуып 500 метрға уҙышыуҙа Ангелина Голикова алып килде.
Шулай итеп, Рәсәй командаһы 18 олимпия миҙалы менән (4 - алтын, 6 - көмөш һәм 8 – бронза) дөйөм миҙалдар зачетында алтынсы урынға күтәрелде.
Лидер позицияһына Норвегия сыҡты (9 – алтын, 5 – көмөш, 7 бронза миҙалы). Унан ҡала Германия (8 – алтын, 5 – көмөш, 1 – баҡыр), АҠШ (7 – алтын, 6 – көмөш, 2 – баҡыр), Нидерланды (6 – алтын, 4 - көмөш, 2 - бронза), Швеция (5 – алтын, 3 – көмөш, 3 – бронза) килә.
Миҙалдар һаны буйынса Рәсәй 18 миҙал менән икенсе урында тора. Беҙҙән алда – Норвегия (21 миҙал).