-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Февраля 2022, 12:16

Ковид-койкалар арттырылған

Пандемия башланғандан алып республикала ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 164 708-гә еткән. Тәүлек эсендә сир 3 780 ауырыуҙа раҫланған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 23 413. Стационарҙарҙа ятыусылар – 327, шуларҙың 23-ө ауыр хәлдә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковид-койкалар арттырылғанКовид-койкалар арттырылған
Ковид-койкалар арттырылған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле хәлдең ябай түгеллеген әйтеп үтте, әммә уның контролдә тотолоуын билдәләне. “Көсөргәнешле режимда эшләп алырға тура киләсәк”, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 164 708-гә еткән. Тәүлек эсендә сир 3 780 ауырыуҙа раҫланған.

Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 23 413. Стационарҙарҙа ятыусылар – 327, шуларҙың 23-ө ауыр хәлдә.

Республика етәксеһе ковид-ауырыуҙар өсөн койкалар һаны арттырылыуын билдәләне. Был, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, райондарҙа стационарҙа дауалауға мохтаж ауырыуҙар күбәйеүе менән бәйле. Бөгөн йоғошло сирҙәрҙән дауаланыусылар өсөн 3250 койка бүленгән, шуның 19 проценты буш.

Шулай уҡ республикала ковидҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Прививканың беренсе компонентын  – 2 419 275, икенсеһен 2 264 882 кеше эшләткән. Ревакцинацияны 338 мең кеше үткән.

 “Спутник М” вакцинаһын 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге 2 759 үҫмер яһатҡан, уларҙың 14-е икенсе компонентын да ҡаҙатҡан. Министр үҫмерҙәрҙә кире эҙемтәләр булмауын билдәләне.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас