+21 °С
Облачно


Камилә өсөн бөтәбеҙ ҙә борсолоп өлгөргәйнек. Шөкөр, һәләтле спортсы Олимпия уйындарында сығыш яһауын дауам итәсәк. Спорт арбитраж суды, Халыҡ-ара олимпия комитеты, Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агенлтығы һәм Конькиҙа уҙышыусылар халыҡ-ара берлегенең апелляцияһын кире ҡағып, Камилә Вәлиеваға артабан да Олимпия уйындарында ҡатнашырға рөхсәт бирҙе.
Спорт арбитраж суды Ҡарарында билдәләнеүенсә, был эш буйынса Камилә Вәлиеваның ғәйеплелеген асыҡлаусы дәлилдәрҙең тейешле күләмдә булмауы сәбәпле, спортсыны ярыштарҙан ваҡытлыса сикләтеү мөмкин түгел.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.