+8 °С
Облачно


Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе приказы менән финанс министры урынбаҫары вазифаһына Роза Йосопова тәғәйенләнде, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Йосопова Роза Фәғит ҡыҙы 1982 йылдың 12 февралендә Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында тыуған. Башҡортостан аграр университетын тамамлаған.
2005 – 2010 йылдарҙа аграр университетта эшләй. Артабан хеҙмәт юлын республика Финанс министрлығында дауам итә.
Роза Фәғит ҡыҙы өс бала тәрбиәләй.