+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Февраля 2022, 10:19

Бер проблема ла ситтә тороп ҡалмай

Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаһына  бер тәүлектә  ҡарҙан таҙартылмаған урамдар һәм ихаталар буйынса 130 ялыу ҡабул иткән. Нефтекама ҡалаһында йәшәүселәр Апрель тыҡрығындағы көрәлмәгән юлдар буйынса хәбәр ебәргән. Шул уҡ көндө  яуаплылығы сикләнгән “Танып” йәмғиәте юлдарҙы таҙартып ҡуйған. Коммуналь хужалығы урамдарға план буйынса сығыуын билдәләгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер проблема ла  ситтә тороп ҡалмайБер проблема ла  ситтә тороп ҡалмай
Бер проблема ла ситтә тороп ҡалмай

Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаһына  бер тәүлектә  ҡарҙан таҙартылмаған урамдар һәм ихаталар буйынса 130 ялыу ҡабул иткән. Нефтекама ҡалаһында йәшәүселәр Апрель тыҡрығындағы көрәлмәгән юлдар буйынса хәбәр ебәргән. Шул уҡ көндө  яуаплылығы сикләнгән “Танып” йәмғиәте юлдарҙы таҙартып ҡуйған. Коммуналь хужалығы урамдарға план буйынса сығыуын билдәләгән.

 Республика менән идара итеү мәғлүмәттәре буйынса, коммуналь хеҙмәттәр тәү сиратта кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырған юл участкаларын ҡарҙан таҙарта. Әгәр ҙә урамдар оҙаҡ ваҡыт көрәлмәй икән, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һуң?

Кол –үҙәктең берҙәм телефоны 8(347) 277-09-11

Ufahotbot телеграм- бот йылытыу системаһы, хәҙер иһә биләмәләрҙе таҙартыу буйынса ла мөрәжәғәттәр ҡабул итеүҙе дауам итә.

Ял көндәре булыуға ҡарамаҫтан, ЦУР-ҙың дежур  хеҙмәткәрҙәре һәр ялыуға ваҡытында иғтибар йүнәлтә һәм уны хәл итергә тырыша.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас