+23 °С
Ясно


Юғалған кешеләрҙе эҙләгән ирекмәндәрҙе берләштергән «Лизы Алерт» төркөмө 13 февралдә Өфөнән 10 йәшлек Арсений Иҙиәтуллиндың өйөнә ҡайтмауы тураһында хәбәр таратҡайны.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, малай табылған. Ул иҫән-һау. Салауат районындағы Ташауыл ауылына барып сыҡҡан булған. Унда нисек һәм кем менән барып юлығыуын асыҡлау буйынса тикшереү бара.