+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Февраля 2022, 04:25

Ҡатын-ҡыҙҙар эстафетала алтын миҙал алып килде

12 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 6 миҙал комплекты уйнатылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡатын-ҡыҙҙар эстафетала алтын миҙал алып килдеҠатын-ҡыҙҙар эстафетала алтын миҙал алып килде
Ҡатын-ҡыҙҙар эстафетала алтын миҙал алып килде

12 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 6 миҙал комплекты уйнатылды.

Рәсәй спортсылары олимпия уйындарының 8-се көнөндә бер алтын миҙал яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар эстафетаһында Юлия Ступак, Наталья Непряева, Татьяна Сорина, Вероника Степанова башҡаларға алдынғылыҡты бирмәне.

Шулай итеп, әле Рәсәй командаһы 13 олимпия миҙалы менән (3 - алтын, 4 - көмөш һәм 6 – бронза) дөйөм миҙалдар зачетында һигеҙенсе урынға күтәрелде.

Германия лидер позицияһын һаҡланы (8 – алтын, 5- көмөш, 1 - көмөш миҙал). Унан ҡала Норвегия (8 – алтын, 3 – көмөш, 6 – баҡыр), АҠШ (5 – алтын, 5 – көмөш, 1 – баҡыр), Нидерланды (5 – алтын, 4 – көмөш, 2 - баҡыр), Швеция (5 – алтын, 2 – көмөш, 3 – бронза), Австрия (4 – алтын, 6 – көмөш, 4 - баҡыр), Ҡытай (4 – алтын, 3 – көмөш, 1 – баҡыр) килә.

Дөйөм миҙалдар һаны буйынса Норвегия (17 миҙал), Германия менән Австрия (14-әр) беҙҙән алда.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас