+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Февраля 2022, 17:40

Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы “Китап бүләк итеү ҙә бит - бәхет, китап ҡәҙерен белгән кешегә!" тип аталған әҙәби-музыкаль кисә һәм шағирҙың архивы материалдарынан торған үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолдо. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәми Ғариповтың тыуған көнөндәРәми Ғариповтың тыуған көнөндә
Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы “Китап бүләк итеү ҙә бит - бәхет, китап ҡәҙерен белгән кешегә!" тип аталған әҙәби-музыкаль кисә һәм шағирҙың архивы материалдарынан торған үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолдо. 

Унда шулай уҡ “Шағир көндәлеге” фильмы менән таныштырыу өсөн эшләнгән ҡыҫҡа видеоролик та күрһәтелде. Сарала шағирҙың улы менән ҡыҙы, рәсми вәкилдәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт даирәһе вәкилдәре, журналистар ҡатнашты. Шағирҙың  әҫәрҙәре яңғыраны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарылды.

Кисәне асып, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов шағирҙың ижадын мәңгеләштереүгә арналған эштәр тураһында һөйләп үтте.

Шағирҙың уникаль архивы күргәҙмәһе менән уның улы Азамат Ғарипов таныштырҙы.

Автор:
Читайте нас