

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейында Америка яҙыусыһы һәм журналисы Натали Андреа Питцер менән осрашҡан. Байтаҡ йыйынтыҡтар авторы Андреа Питцер әлеге ваҡытта Арктиканы өйрәнеүсе Рәсәй тикшереүселәре хаҡында китап яҙырға йыйына. Ижадсы Брусиловтың “Изге Анна” шхунаһындағы экспедицияһы тураһында тикшереүҙәр алып бара. Мәғлүм булыуынса, уның штурманы яҡташыбыҙ Валериан Альбанов булған. Әҙибәне эш сәфәрендә ҡотопсо, Арктика экспедицияларында ҡатнашыусы Евгений Ферштер оҙатып йөрөй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Америка яҙыусыһын Башҡортостанға килеүе менән тәбрикләп, Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейын булдырыу тарихын һөйләгән. Был музей Өфөлә былтыр май айында асылған. 300 квадрат метр майҙандағы экспозиция бер нисә тематиканы үҙ эсенә алған.
Башҡортостан Башлығы Андреа Питцер менән Евгений Ферштерҙың штурман Альбанов эҙҙәре буйынса планлаштырылған экспедицияһын тикшергән.
Андреа Питцер Башҡортостан Башлығына рәхмәт әйтеп, ниәттәренең уңышлы тормошҡа ашасағына ышаныс белдергән.
Фото: "Башинформ"дан.