-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Февраля 2022, 17:14

Төрөк холдингы Башҡортостанда етештереү майҙансығын аса

Төркиәләге ҙур инвесторҙарҙың береһе  –  SANICA PIPE LTD. холдингы Башҡортостанда киң тармаҡлы етештереү майҙансығын сафҡа индерергә әҙерләнә. Төрөк холдингы республикабыҙҙа тәүге этапта – пластик торбалар, икенсе этапта – акрил ванналар һәм душ ҡабул итеү кабиналары, өсөнсө этапта йылытыу ҡоролмалары һәм заманса батареялар етештереү буйынса проектты тормошҡа ашырырға планлаштыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
Төрөк холдингы Башҡортостанда етештереү майҙансығын асаТөрөк холдингы Башҡортостанда етештереү майҙансығын аса
Төрөк холдингы Башҡортостанда етештереү майҙансығын аса

Төркиәләге ҙур инвесторҙарҙың береһе  –  SANICA PIPE LTD. холдингы Башҡортостанда киң тармаҡлы етештереү майҙансығын сафҡа индерергә әҙерләнә. Төрөк холдингы республикабыҙҙа тәүге этапта – пластик торбалар, икенсе этапта – акрил ванналар һәм душ ҡабул итеү кабиналары, өсөнсө этапта йылытыу ҡоролмалары һәм заманса батареялар етештереү буйынса проектты тормошҡа ашырырға планлаштыра.

Холдин вәкилдәре бының өсөн Башҡортостанға килеп, Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан “Белкам” индустриаль паркы майҙансығы менән танышмаҡсы. Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов белдереүенсә, был планды тормошҡа ашырыу өсөн тәүге этапта 850 млн һум күләмендә инвестиция һалынасаҡ, 120 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас