+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Февраля 2022, 10:49

“Сәсәк эпидемияһын вакцина менән еңһәк, ковидты ла еңеү юлы – шул”

"Сәсәккә ҡаршы вакцинацияны дәррәү үткәргән кеүек, ковидтан да шулай вакцинацияланһаҡ, пандемияны еңер инек",  – ти Өфө ҡалаһы 3-сө балалар поликлиникаһы баш табибы урынбаҫары Әлфиә Нурғәлиева.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Сәсәк эпидемияһын вакцина менән еңһәк, ковидты ла еңеү юлы – шул”“Сәсәк эпидемияһын вакцина менән еңһәк, ковидты ла еңеү юлы – шул”
“Сәсәк эпидемияһын вакцина менән еңһәк, ковидты ла еңеү юлы – шул”

 "Сәсәккә ҡаршы вакцинацияны дәррәү үткәргән кеүек, ковидтан да шулай вакцинацияланһаҡ, пандемияны еңер инек",  – ти Өфө ҡалаһы 3-сө балалар поликлиникаһының баш табибы урынбаҫары Әлфиә Нурғәлиева. Ул балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ковидтан вакцинациялауға арналған инстаграм-эфир барышында элек уңышлы уҙғарылған прививка кампанияларын миҫал итеп килтерҙе.   

“Антиваксерҙар бер яңы нәмә лә уйлап тапманылар. Ҡыҙылса килеп сыҡҡайны, “ҡыҙылсанан прививка эшләтергә түгел!” тиҙәр, дифтериянан да, йәнәһе, ярамай. Күптәрҙең хәтерендә онотола барған ҡара сәсәк эпидемияһы хаҡында иҫкә төшөрөп үтергә теләйем. Уны тик вакцинация ярҙамында ғына еңеүгә өлгәштеләр. 1980 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы сәсәккә ҡаршы прививка эшләтеүселәрҙең 100 процент булыуы хаҡында белдерҙе, сирҙе еңеү тураһында иғлан итте. Прививка яһау тураһында яурындағы кескенә эҙ хәтерләтеп тора. 1980 йылда һәм унан һуң тыуған кешеләрҙә ундай эҙ юҡ. Сәсәк еңелгәс, вакцина эшләү кәрәклеге лә ҡалманы. Әгәр беҙ әле коронавирустан да шулай уҡ дәррәү вакцинацияланһаҡ, моғайын, был сир ҙә шулай тиҙ китер ине”, – ти Әлфиә Нурғәлиева.

Педиатр туберкулезға ҡаршы көрәштә лә вакцинацияның ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында һөйләне.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас