+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Февраля 2022, 13:27

Рәсәйҙә – 200 меңдән ашыу, Башҡортостанда – өс мең тиерлек...

Аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус инфекцияһы Рәсәйҙә 200 меңдән ашыу, теүәлерәк итеп әйтһәк, – 203 949, Башҡортостанда өс мең тиерлек – 2 999 ауырыуҙа асыҡланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙә – 200 меңдән ашыу, Башҡортостанда – өс мең тиерлек...Рәсәйҙә – 200 меңдән ашыу, Башҡортостанда – өс мең тиерлек...
Рәсәйҙә – 200 меңдән ашыу, Башҡортостанда – өс мең тиерлек...

 Аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус инфекцияһы Башҡортостанда өс мең тиерлек – 2 999 ауырыуҙа асыҡланған. 11 февралгә ҡарата республикала ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 154 160. Шуларҙың 131 700-ө һауығыуға өлгәшкән, 2 889-ы уҙған тәүлектә сәләмәтләнгән.

Аҙаҡҡы 24 сәғәттә коронавирустан 18 яҡташыбыҙ вафат булған. Вирус тарала башлағандан бирле республикала унан 4 894 ғүмер өҙөлгән.

Рәсәйҙә тәүлек эсендә 200 меңдән артыҡ ауырыуҙың ковид йоҡтороуын билдәләп китәбеҙ, теүәлерәк итеп әйтһәк, – 203 949. Илебеҙҙә ковидтан уҙған тәүлектә 722 сырхау донъя ҡуйған, ә пандемия башланғандан алып был сирҙән вафат булыусылар – 338 813.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас