+23 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
11 Февраль 2022, 06:40

Миҙалһыҙ көн

10 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 8 миҙал комплекты уйнатылды.

Миҙалһыҙ көнМиҙалһыҙ көн
Миҙалһыҙ көн

10 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 8 миҙал комплекты уйнатылды.

Үкенескә ҡаршы, кисә Рәсәй спортсылары олимпия уйындарының 6-сы көнөндә бер миҙал да яулай алманы. Дөйөм миҙалдар һаны буйынса ла беҙҙе Норвегия (12 миҙал), Канада (12) һәм Австрия (13) үтеп китте.

Шулай итеп, әле Рәсәй командаһы 11 олимпия миҙалы менән (2 - алтын, 3 - көмөш һәм 6 – бронза) дөйөм миҙалдар зачетында туғыҙынсы урынға ҡалды.

Германия лидер позицияһын һаҡланы (6 – алтын, 3 көмөш миҙал). Унан ҡала Норвегия (5 – алтын, 3 – көмөш, 4 – баҡыр), Австрия (4 – алтын, 5 – көмөш, 4 – баҡыр), АҠШ (4 – алтын, 5 - көмөш, 1 - бронза), Нидерланды (4 – алтын, 3 – көмөш, 1 - баҡыр), Швеция (4 – алтын, 1 – көмөш, 2 – бронза), Ҡытай (3 – алтын, 3 – көмөш), Италия (2 – алтын, 4 – көмөш, 2 – баҡыр) килә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас