+19 °С
Облачно


Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, «ВАЗ-2114» менән мәктәпкә уҡыусылар йөрөткән «ПАЗ» автобусы төкөшкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында, Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының 28-се саҡрымында, теркәлгән. «ВАЗ-2114» автомобилен 22 йәшлек Шишмә районы кешеһе йөрөтөп барған, ә автобус руле артында 47 йәшлек ир ултырған. Автобуста пассажирҙар булмаған. Ике технинка ла механик зыян күргән. Әле ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.