+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Февраля 2022, 06:19

Өлгөлө ғаиләләр билдәләнде

   10 февралдә Салауат районы Малаяҙ ауылында  “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022” Асыҡ республика конкурсының төбәк-ара этабы үтте. Унда Балаҡатай, Белорет, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Учалы райондарынан һәм Межгорье ҡалаһынан 14  ғаилә ҡатнашты. К

Өлгөлө ғаиләләр билдәләндеӨлгөлө ғаиләләр билдәләнде
Өлгөлө ғаиләләр билдәләнде

Конкурс,  илдәге эпидемеологик шарттарҙың тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле, дистанцион рәүештә уҙҙы: ҡатнашыусылар алдан әҙерләгән видеояҙмаларын күрһәтте. Компетентлы жюри еңеүселәрҙе  3 номинацияла билдәләне: “Ғаилә ижады” номинацияһында Балаҡатайҙан – Хөснөтдиновтар, “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында Белореттан – Ғәлиуллиндар, “Ғаилә шөғөлө” номинацияһында Салауат районынан Исмәғилевтар ғаиләләре  еңеү яуланы. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларҙы алда “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022” конкурсының республика этабы көтә.

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының маҡсаты –  башҡорт мәҙәниәтен, телен, йолаларын, традицияларын, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм дауам иткән   дан  ғаиләләрҙе  асыҡлау. Конкурс  күрһәтеүенсә, республикала  талантлы, үҙенсәлекле, матур ғаиләләр бик күп.

 

Автор:
Читайте нас