+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Февраля 2022, 07:52

Ковид-сертификатты экспресс-тест буйынса ла алырға мөмкин

Ковидҡа экспресс-тест ыңғай һөҙөмтә күрһәтә икән, сирҙе үткәреү хаҡында сертификат алырға мөмкин буласаҡ. Был турала ТАСС мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Ковид-сертификатты экспресс-тест буйынса ла алырға мөмкинКовид-сертификатты экспресс-тест буйынса ла алырға мөмкин
Ковид-сертификатты экспресс-тест буйынса ла алырға мөмкин

Ковидҡа экспресс-тест ыңғай һөҙөмтә күрһәтә икән, сирҙе үткәреү хаҡында сертификат алырға мөмкин буласаҡ. Был турала ТАСС мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Әммә шуныһы шарт – анализды мотлаҡ медицина хеҙмәткәре үткәрергә тейеш.

“Эйе, экспресс-тест һөҙөмтәһе ыңғай була икән, сертификат биреләсәк, тик был осраҡта анализды медицина хеҙмәткәренең алыуы мотлаҡ”, – ти Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры ярҙамсыһы Алексей Кузнецов ТАСС мәғлүмәт агентлығына.

Әгәр экспресс-тест өйҙә үҙ аллы эшләнһә һәм ул ыңғай һөҙөмтә күрһәтһә, “122” ҡыҙыу линияһына йәки поликлиниканың колл-үҙәгенә шылтыратырға мөмкин, тип аңлатып үтә министр ярҙамсыһы. Бынан һуң диагнозды раҫлау һәм экспресс- йәки ПЦР-тест эшләү өсөн пациентҡа медицина хеҙмәткәре ебәрелә.

“Яңы коронавирус инфекцияһы” диагнозын ҡуйыу өсөн медицина хеҙмәткәре, медицина ойошмаһы йәки лаборатория үткәргән экспресс-тест һөҙөмтәләре иҫәпкә алына”, – ти Кузнецов. Ул был осраҡта ПЦР-анализ мотлаҡ түгеллеген билдәләй.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас