+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Февраля 2022, 09:10

Камила, бирешмә

Рәсәй фигуристкаһы Камила Вәлиеваға ҡарата Пекиндағы Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғын сикләргә тигән ҡарар үҙ көсөнән сығарылды, спортсы уйындарҙа ҡаласаҡ. 15 йәшлек кенә спортсы ҡыҙ был инцидентҡа  допинг ҡулланған тигән шикле тест арҡаһында  килеп эләккәйне.

Камила, бирешмәКамила, бирешмә
Камила, бирешмә

Рәсәй фигуристкаһы Камила Вәлиеваға ҡарата Пекиндағы Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғын сикләргә тигән ҡарар үҙ көсөнән сығарылды, спортсы уйындарҙа ҡаласаҡ. 15 йәшлек кенә спортсы ҡыҙ был инцидентҡа  допинг ҡулланған тигән шикле тест арҡаһында  килеп эләккәйне.

  • Камила Олимпиадалағы уйындарҙа ҡатнашасаҡ. Беҙ халыҡ-ара олимпиада комитетының рәсми белдереүен көтәбеҙ. Команда турнирындағы еңеүе өсөн миҙал тапшырыу сараһына килгәндә, уның датаһын да комитет билдәләргә тейеш, - тигән фигуралы шыуыу федерацияһының матбуғат хеҙмәткәре Ольга  Ермолина.

Ҡыҙғанысҡа, допингҡа ҡаршы агентлыҡ һаман да үҙ дәғүәһен белдереүе ихтимал. Улар был ҡарарҙы Спорт арбитраж судында кире ҡағыуы бик мөмкин.

Был ваҡиғаға ҡарата күп кенә көйәрмәндәр 15 йәшлек спортсы ҡыҙыҡайға теләктәшлек белдерҙе. Улар социаль селтәрҙәрҙә бысраҡ инцидент ҡорбаны булған Камила Вәлиева исеменә  йылы теләктәрен еткерә, спортсыға уңыштар теләйҙәр.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас