+9 °С
Ясно


Иртәгә, 12 февралдә, республиканың көньяҡ райондарында көслә ҡар яуыуы, юлдарҙы һырынты баҫыуы көтөлә.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, автомобиль юлдарының айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан да кәм булыуы ихтимал.
Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 8-13 метр, һауа температураһы төндә -8,-13, аяҙытҡанда -17,-22, көндөҙ -3,-8 градусҡа тиклем күтәрелә.