+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Февраля 2022, 10:38

Еңеүҙәр менән көтөп ҡалабыҙ

Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбиров Олимпиадала ҡатнашыусы спортсы- яҡташтарыбыҙ менән тура бәйләнешкә сыҡты. Республика етәксеһе менән һөйләшеүҙә биатлонсылар берлеге президенты Виктор Майгуров, биатлонсы Эдуард Латыпов, уның тренеры Виктор Никитин ҡатнашты.

Еңеүҙәр менән көтөп ҡалабыҙЕңеүҙәр менән көтөп ҡалабыҙ
Еңеүҙәр менән көтөп ҡалабыҙ

Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбиров Олимпиадала ҡатнашыусы спортсы- яҡташтарыбыҙ менән тура бәйләнешкә сыҡты. Республика етәксеһе менән һөйләшеүҙә биатлонсылар берлеге президенты Виктор Майгуров, биатлонсы Эдуард Латыпов, уның тренеры Виктор Никитин ҡатнашты.

  • Бер нисә минут ваҡытыбыҙ бар, шул арала һеҙгә күп сәләмдәр һәм теләктәшлек һүҙҙәрен еткергебеҙ килә. Һеҙҙе мотлаҡ еңеүҙәр менән көтөп ҡалабыҙ, матур итеп ҡаршы алырбыҙ, тәбрик итербеҙ , - тине Республика Башлығы. Радий Фәрит улы барлыҡ республика халҡының Олимпиаданы күҙәтеп барыуы һәм яҡташтарбыҙға һәр һынау алдынан теләктәшлек белдереүен билдәләне.

Биатлонсы Эдуард Латыповтың тренеры Виктор Никитиндың әйтеүенсә, бөтә башҡорт спортсылары ла телевизор экрандарынан күҙен алмай. Уларҙың һәр береһе Эдуардтың сығышын күҙәтеп бара. Йәштәрҙең барыһы ла Спартакиадаға әҙерләнеп, Белореттағы шул уҡ, Эдик шөғөлләнгән трассала күнекмәләр үткәреүен билдәләне.

Әйткәндәй биатлонсы Эдуард Латыпов ҡатнаш эстафетала бронза миҙал яулағайны, 12 февралдә ул спринтер уҙышында старт ала. Яҡташыбыҙға был бәйгелә лә уңыштар теләйек.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас