

12-15 февралдә Мәскәүҙә GLOBAL MODEL OF THE WORLD - 2022 Халыҡ-ара гүзәллек конкурсы уҙғарыла. Башҡортостан исеменән Эльмира Шәйехова сығыш яһай. 22 йәшлек һылыуҙың быға тиклем яуланған үрҙәре лә байтаҡ: «Өфө һылыуҡайы-2017», «Башҡортостан мисы РБ-2018», «Волга буйы ынйыһы-2019» бәйгеләре еңеүсеһе, Ҡытайҙа "Miss Tourism Global-2018" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында призлы урынға лайыҡ булған.
GLOBAL MODEL OF THE WORLD - 2022 Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында 30 һылыу көс һынашасаҡ. Бәйгелә ҡыҙҙарҙы эшлекле программа, Мәскәү буйлап экскурсия, Останкиноға экскурсия, экологик акция, фотосессия, репетициялар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре көтә. Шулай уҡ милли кейемдә дефиле, һыу инеү кейемендә һәм киске күлдәктә дефиле кеүек конкурстар, шулай уҡ үҙең менән таныштырыу этаптарын үтергә кәрәк. Матурҡайҙарҙы Һиндостан, Болгария, Төркиә, Румыния һәм башҡа илдәрҙән халыҡ-ара жюри баһалаясаҡ. Мөләйем яҡташыбыҙға уңыштар насип булһын!
Фото "Башинформ"дан алынды.