-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Февраля 2022, 07:20

“Шағир көндәлеге” фильмының тизеры сығасаҡ

Февраль - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов айы. Иҫән булһа уға 90 йәш тулыр ине. Билдәле булыуынса, әҙиптең юбилейына республикала “Шағир көндәлеге” фильмы төшөрөлә.  Режиссер Булат Йосопов етәкселегендәге ижади төркөм уның төп өлөшөн тамамлаған. 12 февралдә, әҙиптең тыуған көнөндә,  буласаҡ картинаның тизеры, шағирҙың юбилейына арналған рәсми сарала һәм социаль селтәрҙәрҙә донъя күрәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Шағир көндәлеге” фильмының тизеры сығасаҡ“Шағир көндәлеге” фильмының тизеры сығасаҡ
“Шағир көндәлеге” фильмының тизеры сығасаҡ

Февраль - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов айы. Иҫән булһа уға 90 йәш тулыр ине. Билдәле булыуынса, әҙиптең юбилейына республикала “Шағир көндәлеге” фильмы төшөрөлә.  Режиссер Булат Йосопов етәкселегендәге ижади төркөм уның төп өлөшөн тамамлаған. 12 февралдә, әҙиптең тыуған көнөндә,  буласаҡ картинаның тизеры, шағирҙың юбилейына арналған рәсми сарала һәм социаль селтәрҙәрҙә донъя күрәсәк.

Хәбәр итеүебеҙсә, “Шағир көндәлеге” халыҡ аҡсаһына - халыҡ фильмы тип иғлан ителгән. Картина режиссеры Булат Йосопов уны   “Беренсе республика”, “Бабич” трилогияһының өсөнсө өлөшө булараҡ төшөрә. Фильм хаҡында 2019 йылда иғлан ителә, халыҡтан йыйылған миллион һумдан ашыу аҡсаға ижади төркөм эш башлай. Дәүләт ярҙамы 16 миллион һум тәшкил итә. Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы тейешле төшөрөү йыһаздары һәм белгестәр менән ярҙам итә. Бөгөнгө көндә ижади төркөмдә киностудияның ҡуйыусы рәссаме Айгөл Байрамғолова һәм яҡтыртыусы Ренарт  Абдулов эшләй.

“Тере лента” кинокомпанияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса фильмдың төп өлөшө Өфө ҡалаһы, Шишмә районында, Һамар ҡалаһында төшөрөлгән. Пандемияға бәйле төшөрөү процессы бер- нисә тапҡыр күсерелгән. Картинаның премьераһы шағирҙың тыуған көнөнә билдәләнгән ине. Әммә ижади төркөм апрель айында ла эште дауам итмәксе. Шулай итеп премьера көҙ айына ҡала.

  • Бөтә төшөрөлгән фильмдар ҙа иң элек кино фестивалдәрҙә ҡатнаша. Шунан һуң ғына ул республика һәм Рәсәй прокатына сыға. Шуға күрә “Шағир көндәлеге” фильмының премьераһы хаҡында фекер алышыу әле иртәрәк,- тине матбуғат хеҙмәте етәксеһе Гөлнара Яруллина.

Фильм төшөрөү буйынса ҡыҙыҡлы дәлилдәргә килгәндә, унда 53 профессиональ актер йәлеп ителгән, 13 декорация төҙөлгән, шулай уҡ шағирҙың шәхси әйберҙәре, ул осорҙағы ретро-автомобилдәр, мотоциклдар файҙаланылған. Ҡайһы бер реквизиттар һатып алынған, йыйып алынған, ә ҡайһыларын кешеләр үҙҙәре алып килгән. Әйткәндәй, фильм төшөрөлгән ваҡытта шағирҙың ейәнсәре Әйшә Тимерғазина күҙәтеүсе булып ҡатнашҡан.

“Шағир көндәлеге” фильмының төп маҡсаты туған теле өсөн көрәшеүсе, үҙ заманынан күпкә алда күргән шағир- цивилизаторҙы күрһәтеү. Режиссер Булат Йосопов “Башкортостан кыҙы” журналына әңгәмәһендә:

  • Әҙип халҡыбыҙҙы үҫтереү һәм белемле итеүҙән тыш, донъя кимәлендәге әҙәбиәткә лә күп мөрәжәғәт итә. Шағир көндәлектәре минең өсөн бик ҡәҙерле, ул шәхестең күңел торошон ғына түгел, ә уның эҙләнеүҙәрен, уйланыуҙарын, хәсрәт- борсолоуҙарын сағылдырған ҡомартҡы. Шағир хаҡындағы кино ла шулай килеп сығырға тейеш, - тине.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас