+22 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Февраля 2022, 03:55

Сәхнәлә – “Февраль. Буран...”

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған “Февраль. Буран...”  спектакле тағы сыға.

Сәхнәлә – “Февраль. Буран...”Сәхнәлә – “Февраль. Буран...”
Сәхнәлә – “Февраль. Буран...”

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған “Февраль. Буран...”  спектакле тағы сыға.

Әҙиптең тормош һәм ижад юлы сағылыш тапҡан сәхнә әҫәренә быйыл ун йыл булды. Уның премьераһы 2012 йылда, шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ҡуйылғайны. Ошо арауыҡта әҫәр республиканың күп район-ҡалаларында күрһәтелде, уны меңәрләгән тамашасы ҡараны. 2013 йылда спектаклдең режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев Рәми Ғәрипов премияһына лайыҡ булды. Награданы шулай уҡ 2016 йылда актер Артур Кәбиров алды. Шағир образын сәхнәлә Артур Кәбировтан тыш, Фирғәт Ғәрипов һынландыра. Быйыл ролде шулай уҡ Артур Ҡунаҡбаев башҡарасаҡ.

Спектакль 11 февралдә һәм 11 марта күрһәтелә. Билеттарҙы “Пушкин картаһы” буйынса ла алырға мөмкин.

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас