+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Февраля 2022, 07:28

QR-кодты антиесемдәр буйынса алырға мөмкин буласаҡ

 Ковид-сертификаттарҙы вакцинация үтеү, йә булмаһа коронавирус менән сирләү хаҡындағы мәғлүмәттәр буйынса ғына түгел, анализ антиесемдәр асыҡланыуын күрһәткән осраҡта ла алырға мөмкин буласаҡ. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында донъя күргән. Үҙгәрештәр 21 февралдән үҙ көсөнә инә.

QR-кодты антиесемдәр буйынса алырға мөмкин буласаҡQR-кодты антиесемдәр буйынса алырға мөмкин буласаҡ
QR-кодты антиесемдәр буйынса алырға мөмкин буласаҡ

 Ковид-сертификаттарҙы вакцинация үтеү, йә булмаһа коронавирус менән сирләү хаҡындағы мәғлүмәттәр буйынса ғына түгел, анализ антиесемдәр асыҡланыуын күрһәткән осраҡта ла алырға мөмкин буласаҡ. Был турала тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында донъя күргән. Үҙгәрештәр 21 февралдән үҙ көсөнә инә.

Антиемсемдәр кимәленә ниндәйҙер ҡәтғи талаптар ҡуйылмай, бары тик уларҙың асыҡланыуы шарт.

 “Сертификат, Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында коронавирусҡа антиесемдәр асыҡланыуы хаҡында тест һөҙөмтәләре булған осраҡта, порталда ғариза бирелгән көндән алып өс көн эсендә төҙөлә”, – тиелә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми документында. Антиесемдәр буйынса сертификат алырға теләүсе кеше порталда ғаризаны үҙе бирергә тейеш.

QR-код тест һөҙөмтәләрен алған көндән башлап алты ай ғәмәлдә була.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас