+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Февраля 2022, 03:57

"Өфө” халыҡ-ара аэропорты "Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы" милли премияһын яулаған

     Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” аэропорты,  пассажирҙарҙың  юғары баһаһын алып,  “Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы” милли премияһына лайыҡ булған   

"Өфө” халыҡ-ара аэропорты "Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы" милли премияһын яулаған"Өфө” халыҡ-ара аэропорты "Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы" милли премияһын яулаған
"Өфө” халыҡ-ара аэропорты "Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы" милли премияһын яулаған

  

Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” аэропорты,  пассажирҙарҙың  юғары баһаһын алып,  “Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы” милли премияһына лайыҡ булған. Еңеүселәр быйыл да тауыш биреү һөҙөмтәһендә билдәләнгән. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә NAIS-2022 милли авиация инфраструктура күргәҙмәһендә үткән.  “Был еңеү – бөтә коллективтың хеҙмәте, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә өлөш индергән һәр аэропорт хеҙмәткәренә ҙур рәхмәтемде белдерәм! – тигән «Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев. –  Уҙған йыл беҙҙең өсөн әһәмиәтле булды, модернизациялау программаһы сиктәрендә эстә яңы терминалдар астыҡ. Әммә эш бының менән генә тамамланмаясаҡ, әле тормошҡа ашырыласаҡ байтаҡ пландарыбыҙ бар”.  Пассажирҙарҙың ышанысын һәм тоғролоғон яулаған аэропорт артабан да уңышлы эшләһен!

 Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас