Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 10 февралдә иртән Бәләбәй районының Аделькин ауылындағы Үҙәк урамында торлаҡ йортта янғын сығыуы хаҡында хәбәр килә. Тәүге янғын һүндереүселәр бригадаһы килеп етеүгә өйҙө ялҡын ялмап алған була. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ут сыҡҡан йорт урынында ирҙең үле кәүҙәһе табыла, бер аҙҙан ут һүндереүселәр тағы бер кеше кәүҙәһенә тап була. Әлеге ваҡытта уларҙың шәхесе билдәләнә. Фажиғә урынында оператив-тәфтиш төркөмө эшләй, осраҡ буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Фото "Башинформ"дан алынды.