+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Февраля 2022, 02:45

Австрия беҙҙе үтеп китте

9 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 6 миҙал комплекты уйнатылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Австрия беҙҙе үтеп киттеАвстрия беҙҙе үтеп китте
Австрия беҙҙе үтеп китте

9 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 6 миҙал комплекты уйнатылды.

Үкенескә ҡаршы, кисә Рәсәй спортсылары тик бер бронза миҙалы ғына яуланы. Уны яҡташыбыҙ Семен Елистратов 1 500 метр дистанцияла шорт-тректан алып килде.

Шулай итеп, әле Рәсәй командаһы 11 олимпия миҙалы менән (2 - алтын, 3 - көмөш һәм 6 – бронза) дөйөм миҙалдар зачетында һигеҙенсе урынға ҡалды.

Лидер позицияһына Германия сыҡты (5 – алтын, 3 көмөш миҙал). Унан ҡала Норвегия (4 – алтын, 2 – көмөш, 3 – баҡыр), Швеция (4 – алтын, 1 – көмөш, 2 – баҡыр), Нидерланды (3 – алтын, 3 - көмөш, 1 - бронза), Ҡытай (3 – алтын, 2 - көмөш), Австрия (2 – алтын, 4 – көмөш, 4 – бронза), Италия (2 – алтын, 4 – көмөш, 1 – баҡыр) килә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас