0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Февраля 2022, 05:32

15 февраль ˗ Роберт Юлдашев, “Ҡурайсы” этно төркөмө һәм “Гүзәл данс” бейеү ансамбле “ИЛЛЕ” концертын тәҡдим итә

  Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге  дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, ҡурайсылар конкурсында  дүрт тапҡыр Гран - При  яулаусы, “Ҡурайсы” этно төркөмө етәксеһе  Роберт Юлдашев  милли инструментыбыҙ ҡурай данын бөтә Ер шарына танытҡан  виртуоз ҡурайсы ул. Уның башҡарыуында  ҡурай  моңо Англия (“Рояль фестиваль холл”), Япония, Азия илдәрендә яңғыраны. Башҡортостан милли симфоник оркестры  менән Испанияла, “Кремлевский балет” труппаһы менән Бельгия, Люксембург, Голландияла гастролдәрҙә булды һәм был илдәр тамашасыларын уйнауы менән әсир итте. Талантлы музыкант шулай уҡ Берлин, Кипр һәм Италияның Милан ҡалаһындағы “Ла Скала” сәхнәһендә ҙур уңыш ҡаҙанды.

Добавить в предпочтительные источники Google
15 февраль ˗ Роберт Юлдашев, “Ҡурайсы” этно төркөмө һәм “Гүзәл данс” бейеү ансамбле  “ИЛЛЕ”  концертын тәҡдим итә15 февраль ˗ Роберт Юлдашев, “Ҡурайсы” этно төркөмө һәм “Гүзәл данс” бейеү ансамбле  “ИЛЛЕ”  концертын тәҡдим итә
15 февраль ˗ Роберт Юлдашев, “Ҡурайсы” этно төркөмө һәм “Гүзәл данс” бейеү ансамбле “ИЛЛЕ” концертын тәҡдим итә

Ҡурайсы Владимир Спиваков етәкселегендәге “Виртуозы Москвы” оркестры менән берлектә “Путь”, “Дом восходящего солнца” фильмдарына музыка яҙыуҙа ҡатнаша. Гарик Сукачев, Николай Носков, Пелагея, Вячеслав Бутусов, Юрий Шевчук кеүек Рәсәй эстрада йондоҙҙары менән сығыш яһау Роберт Юлдашевҡа һәм ҡурайға киң танылыу алып килде.

 

Автор:
Читайте нас