+18 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
9 Февраля 2022, 07:37

“Ярҙам десанты”нан – күстәнәстәр

Башҡортостанда коронавирустан өйҙә дауаланыусы 500-ҙән ашыу кешегә “Ярҙам десанты” акцияһы сиктәрендә аҙыҡ-түлек ярҙамы күрһәтелгән.  

“Ярҙам десанты”нан – күстәнәстәр“Ярҙам десанты”нан – күстәнәстәр
“Ярҙам десанты”нан – күстәнәстәр

Башҡортостанда коронавирустан өйҙә дауаланыусы 500-ҙән ашыу кешегә “Ярҙам десанты” акцияһы сиктәрендә аҙыҡ-түлек ярҙамы күрһәтелгән.  

Акцияла республика буйлап – 200-ҙән ашыу, Өфөлә 50 автоволонтер ҡатнашҡан. Ирекмәндәр ярҙамы коронавирустан өйҙә дауаланыусыларға, шулай уҡ аҙ килемлеләргә, яңғыҙ йәшәүсе кешеләргә һәм өлкән быуынға йүнәлтелгән.

 “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әлеге акцияның Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова булышлығында тормошҡа ашырылыуын билдәләне.

 Изге эшкә, волонтерҙарҙан тыш, төрлө кимәлдәге депутаттар, артистар, спортсылар, ғөмүмән, битараф булмаған бик күп кешеләр ҡушылған.

“Сараға торған һайын күберәк активистарҙың ҡушылыуы ҡыуандыра”, – ти “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерлыҡ үҙәге кураторы Раил Әҙиәтуллин. Мәҫәлән, автоволонтер Евгений Коровин акцияла икенсе тапҡыр ҡатнаша. “Изге ғәмәлдәргә һәр саҡ ваҡыт табыла”, – ти ул.

Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбанов башланғысы менән ауыр тормош хәлендәге кешеләргә 110-дан ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратылған.

“Республикала “Ярҙам десанты” дауам итә. Кешеләрҙең мөрәжәғәт итеүен күреп, унда ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ”, – ти ул.

Акция сиктәрендә Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырған. “Был акция иң элек яңғыҙ йәшәүсе өлкәндәргә, теге йәки был сәбәп буйынса урамға сыға алмағандарға ныҡ кәрәк. Вайымһыҙ булмаған бөтә кешеләрҙе ошо ғәмәлгә ҡушылырға һәм ауыр хәлдә ҡалыусыларға булышлыҡ итергә саҡырам”, – ти Рафаэль Мәрҙәншин.

 Күстәнәс алып ҡыуаныусылар араһында Өфөлә йәшәүсе ун балалы Куликовтар ғаиләһе лә бар.

“Ғаиләбеҙ ҙур. Беҙгә килтерелгән аҙыҡ-түлек – әлбиттә, ҙур ярҙам. Быға тиклем бер нисә тапҡыр ҡайнар аш килтергәйнеләр. “Беҙҙең хәстәрлек” штабына рәхмәт! Пандемия ваҡытында үҙебеҙ ҙә волонтер булып, ошолай аҙыҡ-түлек таратып йөрөгәйнек. Һәр кем яҡшылыҡ эшләргә ынтылырға тейеш, тип уйлайым”, – ти Елена Куликова.

 “Ярҙам десанты”ның артабанғы акцияһы 15 февралдә үтәсәк. Заявкаларҙы эш көндәрендә иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем колл-үҙәккә түбәндәге телефон буйынса ҡалдырырға мөмкин: 8-800-201-89-03. Волонтер булырға теләүселәр ҙә шул уҡ телефон буйынса шылтырата ала.

Фото "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк башҡарма комитеты сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас