

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирус аҙаҡҡы тәүлектә 2 587, йәғни кисәгенән 200-гә тиерлек күберәк ауырыуҙа асыҡланған. Инфекцияны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 148 360.
Әлеге ваҡытта республика дауаханаларында 301 сирле ковидтан дауалана, 173-ө – алтмыш йәште үткән кешеләр. Сырхауҙарҙың 34-е ауыр хәлдә, икәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
Өйҙәрендә дауаланыусылар – 16 489, шуларҙың 6 100-ө – 70-те ҡыуыусы өләсәй һәм олатайҙар.
Тәүлек эсендә инфекциянан 1 560 кеше һауыҡҡан. Пандемия башланғандан алып йәмғеһе 126 705 яҡташыбыҙ зәһәр вирустан ҡотолоуға өлгәшкән.
Һуңғы 24 сәғәттә ковидтан 17 ғүмер өҙөлгән. Республика был афәтле сирҙән 4 865 кеше вафат булған, ҡорбандарҙың 4 159-ы – 60 йәштән өлкәндәр.
Дауахананан тыш пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: үпкә ялҡынһыныуы бер тәүлектә 71 ауырыуҙы аяҡтан йыҡҡан, 201 кеше, унан һауығып, дауахананан сыҡҡан.