+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Февраля 2022, 10:13

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Туймазы ҡалаһының тарихи- мәҙәни үҙәгендә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022 ” асыҡ республика конкурсының төбәк- ара бәйгеһе  үтте. Ул башҡорт телен, йола- традицияларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау маҡсатында уҙғарыла. Төбәк-ара  онлайн конкурста Туймазы, Бәләбәй, Октябрский ҡалалары, Шаран, Баҡалы, Бүздәк, Благовар, Йәрмәкәй, Әлшәй  райондарынан 11 ғаилә ҡатнашты.

Өлгөлө башҡорт ғаиләһеӨлгөлө башҡорт ғаиләһе
Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Туймазы ҡалаһының тарихи- мәҙәни үҙәгендә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022 ” асыҡ республика конкурсының төбәк- ара бәйгеһе үтте. Ул башҡорт телен, йола- традицияларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау маҡсатында уҙғарыла. Төбәк-ара  онлайн конкурста Туймазы, Бәләбәй, Октябрский ҡалалары, Шаран, Баҡалы, Бүздәк, Благовар, Йәрмәкәй, Әлшәй  райондарынан 11 ғаилә ҡатнашты.

Конкурс һөҙөмтәһендә “Ғаилә ижады”, “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Ғаилә кәсептәре” номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. Тәүге номинацияла  Туймазы ҡалаһынан музыкаль Ибраһимовтар ғаиләһе, кәсептәр буйынса Бәләбәйҙән Маликовтар, ғаилә ҡиммәттәрендә Туймазы районының Ҡандрыкүль ауылынан Вәлитовтар ғаиәләһе яуланы.

Өлгөлө башҡорт ғаиләһенең республика конкурсы март айында Етегән байрамы сиктәрендә үтә. Әле төбәктәрҙә өлгөлө ғаиләләрҙе онлайн форматта һайлап алыу турҙары үтә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас