+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Февраля 2022, 06:45

"Февраль...Буран..."

11 февраль  Мәжит Ғафури исемендәге  Башҡорт дәүләт академия драма театры Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге  дәүләт премияһы лауреаты  Рәми  Ғариповтың  тормошо һәм ижадына  арналған «Февраль. Буран...Шағир иленә сәйәхәт» спектаклен күрһәтәсәк. Йылына бер тапҡыр ғына күрһәтелеп, ун йыл дауамында барған был тамаша уйландырырлыҡ, тетрәндерерлек, ул - яратҡан шағирыбыҙ рухына бер мәҙхиә.

Ҡуйыусы режиссеры Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева.  Рәми ролендә Артур Кәбиров һәм Артур Ҡунаҡбаев уйнай.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас