-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Февраля 2022, 07:15

Беларусь ауыл хужалығы ҡоролмалары етештереүсеһен Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра

Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһында “Амкодор” белорус компанияһы вәкилдәре менән осрашыу үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беларусь ауыл хужалығы ҡоролмалары етештереүсеһен Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыраБеларусь ауыл хужалығы ҡоролмалары етештереүсеһен Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра
Беларусь ауыл хужалығы ҡоролмалары етештереүсеһен Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра

Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһында “Амкодор” белорус компанияһы вәкилдәре менән осрашыу үтте.

 

Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев һәм Башҡортостандың Белоруссиялағы Конгресс-бюроһы вәкиле Константин Климин ҡатнашты.

“Амкодор” компанияһы юл-төҙөлөш, коммуналь техника, урман әҙерләү машиналары,  ауыл хужалығы ҡорамалдары етештерә. Ул Башҡортостан менән иген эшкәртеү ҡорамалдары өлкәһендә хеҙмәттәшлек алып барырға йыйына. Компания вәкилдәре Башҡортостанға төбәктең инвестиция потенциалын баһаларға, шулай уҡ артабанғы сәнәғәт кооперацияһы өсөн мөмкинлектәрҙа ҡарарға килгән.

Фото  Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Беларусь ауыл хужалығы ҡоролмалары етештереүсеһен Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра
Беларусь ауыл хужалығы ҡоролмалары етештереүсеһен Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас