+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Февраля 2022, 03:45

Ҡытай алға сыҡты

7 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 9 миҙал комплекты уйнатылды.

Ҡытай алға сыҡтыҠытай алға сыҡты
Ҡытай алға сыҡты

7 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 9 миҙал комплекты уйнатылды.

Фигуралы шыуыу буйынса команда ярыштарында Рәсәй алтын миҙал яуланы. Олимпия чемпионы исеменә Марк Кондратюк (ирҙәр араһында яңғыҙ шыуыу), Анастасия Мишина һәм Александр Ғәлләмов (парлы шыуыу), Виктория Синицина һәм Никита Кацалапов (боҙҙа бейеү), Камила Вәлиева (ҡатын-ҡыҙҙар араһында яңғыҙ шыуыу) лайыҡ булды.

Трамплиндан аралаш командалар һикереүендә Рәсәй спортсылары икенсе урынға сыҡты. Быны белгестәре, көтөлмәгән сюрприз, тип баһалай. Был спорт төрөндә тарихта беренсе тапҡыр рәсәйлеләр миҙал яулай. Шулай итеп, Ирма Махиня, Ирина Аввакумова, Данил Садреев һәм Евгений Климов көмөш миҙал яуланы.

Дөйөм алғанда, 7 февралгә ҡарата, Рәсәй командаһы 7 миҙал (2 – алтын, 3 – көмөш , 2 – бронза) менән өсөнсө урында бара. Ҡытай беренселә (3 – алтын, 2 көмөш миҙал), Швеция икенселә (3 – алтын). Беҙҙән һуң 5 миҙал менән (2 – алтын, 2 – көмөш, 1 – бронза) Нидерланды килә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас