+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Февраля 2022, 05:28

“Туған тел” шиғыры төрлө телдәрҙә яңғырай

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры Башҡортостан халыҡтары телдәрендә яңғыраясаҡ. БСТ каналы ошо хаҡта видеороликтар теҙмәһе әҙерләй. Проект әҙиптең тыуыуына 90 йәш һәм халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған.

“Туған тел” шиғыры төрлө телдәрҙә яңғырай“Туған тел” шиғыры төрлө телдәрҙә яңғырай
“Туған тел” шиғыры төрлө телдәрҙә яңғырай

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры Башҡортостан халыҡтары телдәрендә яңғыраясаҡ. БСТ каналы ошо хаҡта видеороликтар теҙмәһе әҙерләй. Проект әҙиптең тыуыуына 90 йәш һәм халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған.

  • Оҙаҡламай Башҡортостан Юлдаш каналында “Туған тел” шиғыры төрлө йылдарҙа яңғыраясаҡ. Төрлө милләт вәкилдәре шиғыр ятларға үҙҙәренең милли кейемдәрендә килде. Был проект бөтә халыҡтар телдәренә хөрмәт билгеһе. Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы ассамблеяһы, Халыҡтар Дуҫлығы йорто, БДУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, тигән проектың продюсеры Наил Юнысов.

Башҡорт Википедияһындағы 50-се, юбилейлы мәҡәлә ошо шиғырға арналған. Башҡорт телендәге баҫманы Украина википедисы Виктор Семенюк яҙған. Шулай уҡ  Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры рус, беларус, украин, саха, быйылдан ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, удмурт, марый телдәренә лә тәржемә ителгән.

Был проектты ойоштороусылар республика халҡын флешмобта ҡатнашырға саҡыра.

#МинеңРәми90, #РоднойЯзык2022 хештегтарын ҡуйырға онотмағыҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас