+9 °С
Ясно


Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы "Спутник М" вакцинаһын 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге 2 427 үҫмер эшләткән. Коронавирусҡа бәйле хәл хаҡындағы брифингта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова уларҙың прививканы яҡшы кисереүҙәрен билдәләне.
“Температура күтәрелеү осраҡтары бик һирәк. Йышыраҡ урындағы реакция күҙәтелә. Хәйер, балалар ковидты ла еңелерәк уҙғара”, – тине министр урынбаҫары. Ул шулай уҡ вирустың инкубация осоро бер тәүлеккә тиклем кәмеүен әйтеп китте.