

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты район-ҡалаларҙа ковидҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итеүсе ирекмәндәр өсөн һаҡланыу саралары ебәрә.
“Йәшлек House” йәштәр киңлегенән бөтә ҡалаларға һәм райондарға һаҡланыу саралары комплекттары – битлектәр һәм антисептиктар оҙатыла. “Беҙ муниципаль волонтерлыҡ штабтары эшенә йүнәлеш бирәбеҙ, ирекмәндәрҙе туплайбыҙ. Сирләүселәр күбәйгән һайын, ирекмәндәр ярҙамына ихтыяж да арта. Әлеге мәлдә штабтарҙа көндәлек эште 1 400-ҙән ашыу ирекмән алып бара. Беҙҙең бурыс – уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, шул иҫәптән шәхси һаҡланыу саралары ярҙамында. Был йәһәттән беҙгә республика ведомстволары һәм ойошмалары, бизнес вәкилдәре булышлыҡ итте”, – тине Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
Волонтерлыҡ штабтарына ярҙам күрһәтеүсе ойошмалар һәм компаниялар араһында – Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, “Дэлекса” йәмғиәте, Салауат химия заводы һәм “ТоргПромУпаковка” йәмғиәте.
Комплекттар ҡала йәки райондың волонтерлыҡ штабы ихтыяжынан сығып ебәрелә.
Фото Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сайтынан.