

Өфөлә коронавирустан прививка яһатырға тейешле халыҡтың 100 процентҡа яҡыны вакцинация үткән. Был турала бөгөн ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә Өфө мэры Сергей Греков хәбәр итте.
“Вакцинация сирҙе еңелерәк үткәрергә ярҙам итә. Вирус йоҡтороусылар, инфекцияны башлыса еңел уҙғарып, амбулатор шарттарҙа дауалана”, – тине Сергей Греков. Шулай уҡ ул баш ҡалабыҙҙа 500-ҙән ашыу баланың ковидҡа ҡаршы прививка яһатыуын әйтеп үтте.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина күптәргә ревакцинация ваҡыты етеүен, был эште һуҙырға түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото "Башинформ"дан алынды.