+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Февраля 2022, 04:00

Өфө – Ҡаҙан экспрессы

Үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары тиҙлекле «Өфө – Ҡаҙан» поезын ебәреү планы тураһында белдерҙе.

Өфө – Ҡаҙан экспрессыӨфө – Ҡаҙан экспрессы
Өфө – Ҡаҙан экспрессы

Үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары тиҙлекле «Өфө – Ҡаҙан» поезын ебәреү планы тураһында белдерҙе.

Быға тиклем ике күрше республиканың баш ҡалалары араһында бындай поезд йөрөгән, ләкин бәйләнеш туҡтатылған. Тимер юл транспортын үҫтереүгә арналған 31 ғинуарҙа үткән кәңәшмәлә Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев был проекттың эшләй башлауы тураһында хәбәр иткәйне инде. Поезд Өфөнән кис көнө ҡуҙғала, иртәнсәк Ҡазанда була. Юлдағы ваҡытты 15 сәғәттән 12 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыу күҙаллана.  

Билдәле булыуынса, 31 ғинуарҙа «Көнбайыш экспресы» тәүге рейсҡа сыҡты һәм Өфө менән Приютты тоташтырҙы.

Тиҙҙән Сибайға тиклем «Көнсығыш экспресын» ебәреү планлаштырыла.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас