+10 °С
Ясно


Өфөнөң Калинин районындағы Кольцевая урамында 10 йәшлек ҡыҙ 8 ҡаттан ҡолап төшкән һәм тере ҡалған. Был хаҡта баш ҡаланың граждандар һаҡлау идаралығы хәбәр итә.
Ҡыҙҙың әсәһе инцидентҡа ошолай аңлатма биргән. Улар тышҡа саф һауа һуларға сығырға тейеш булған. Шул мәлдә ҡыҙыҡай ҡапыл үҙен насар тойоп балконға сыға. Унда баланың башы әйләнеп ул балконға таяна һәм аҫҡа ҡолай.
Баланың тере ҡалыуы үҙе бер мөғжизә. Ул ҡар өйөмөнә килеп төшкән. Баланы шунда уҡ дауаханаға оҙатылған. Уның хәле тотороҡло тип баһалана. Был хәл буйынса тикшереү бара.