

Кисә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 6 миҙал комплекты уйнатылды.
Фигуралы шыуыу буйынса команда ярыштарында ҡыҫҡа программала Камила Вәлиева – алтын, ир-егеттәр араһында ирекле программала Марк Кондратюк көмөш миҙал яуланы.
Саңғыла 30 саҡрымға уҙышта (скиатлон) Александр Большунов һәм Денис Спицов алтын һәм көмөш миҙал алды.
Могул тип аталған ярышта (соҡорло тау битенән шыуып төшөү) Анастасия Смирнова бронза миҙалына өлгәште.
Дөйөм алғанда, 6 февралгә ҡарата, Рәсәй командаһы 6 миҙал (2 – алтын, 2 – көмөш , 2 – бронза) менән иң алда бара.
Беҙҙән ҡала Норвегия (3 миҙал), Щвеция (2 миҙал) килә.