+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Февраля 2022, 19:17

Министрҙың ялы

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова  ял көнө үҙенең сәхифәһендә  өй шарттарында эремсек эшләү серҙәре менән бүлеште.

Министрҙың  ялыМинистрҙың  ялы
Министрҙың ялы

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең сәхифәһендә өй шарттарында эремсек эшләү серҙәре менән бүлеште.

Ленара Хәким ҡыҙы эремсекте кефирҙан эшләгән.

  • Быны миңә әхирәтем өйрәтте. Бер литр кефирҙы 30-40 минут  ҡайнатабыҙ һәм унан килеп сыҡҡан массаны һыуытып, иләккә һалып һарҡытабыҙ. Унан 350 грам таҙа эремсек һәм күкһыу килеп сыға. Күкһыуҙы мин сейә ҡайнатмаһы менән бутаным да унан ”Мажитель”кеүек бик тәмле эсемлек яһаным. Ҡалғанын ҡоймаҡҡа ҡушып ҡойҙом. Шулай итеп иртәнге ашҡа эремсек һалынған ҡоймаҡтар әҙерләнем,- тип яҙған ул.

Министрҙың был ябай посы кешеләр араһында ҡыҙыҡһыныу уятты.  Ленара Ивановаға киләсәктә рәсми эшкә ҡағылмаған ошондай яҙмаларҙы күберәк һалырға кәңәш итеүселәр ҙә булды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас