

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала коронавирусҡа бәйле хәл торошо тураһында һөйләне.
“Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле, тик был һандарҙа ғына сағыла, – тине Анна Казак, ковид йоҡтороусылар ныҡ артһа ла, сырхауҙарҙың инфекцияны башлыса ауыр үткәрмәүен күҙ уңында тотоп. – Үткән аҙнала 600 мәғариф объекты карантинға ябылды, ләкин был күрһәткес унан алдағы аҙналағынан юғары түгел. Каникулдан сыҡҡан балалар бер-береһе менән тығыҙ аралашты, шуға күрә улар араһында сирләүселәр артҡайны. Был аҙнала күрһәткестең тотороҡланыуын – ауырыусы балалар һаны күбәймәүен күрәбеҙ. Ҡайһы бер кластарҙа ете көнлөк карантин тамамлана, уҡыусылар яйлап дәрескә сыға. Беҙ мәктәптәргә эпидемияға ҡаршы сараларҙың иртәнге фильтрын контролдә тоторға ярҙам итәсәкбеҙ”, – тине ул.
Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре предприятиеларҙа вакцинация буйынса рейдтар уҙғарыуҙы дауам итә.
“Бында хәл насарайманы, яңы протоколдар юҡ, судҡа ебәрелгән ете эш әлегә ҡарала, – тип өҫтәне Анна Казак. – 4 февралдә баш дәүләт санитар табибының ҡарары сығыуын билдәләп китәм. Унда үҙизоляцияға, карантинға китеү тәртибенә һәм һауыҡҡан пациенттарҙың эш урындарына сығыуына һиҙелерлек үҙгәрештәр индерелеүе хаҡында һүҙ бара”. Анна Казак шулай уҡ хәлдәрҙең әлеге торошо коронавирустың яйлап ҡына ғәҙәти респиратор сиргә әйләнә барыуы хаҡында һөйләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Был иһә ышаныс уята: артабан да шулай дауам итһә, коронавирус инфекцияһы еңеләсәк”, – тине ул. Республиканың баш санитар табибының ошо һүҙҙәренән күңелгә йылы өҫтәлде.
Фото "Башинформ"дан алынды.