+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Февраля 2022, 17:54

Өфөлә Ағиҙел аша иҫке күпер ябыла

Баш ҡалаланың Воровский урамы башланған урында 1956 йылда сафҡа индерелгән күпер, үҙгәртеп ҡороу эштәре менән бәйле, ваҡытлыса ябыла. Иҫке күперҙе ремонтлау арҡаһында 1 марттан күрше ике күперҙә автомобилдәрҙең хәрәкәт итеү схемаһы үҙгәрә.

Өфөлә Ағиҙел аша иҫке күпер ябылаӨфөлә Ағиҙел аша иҫке күпер ябыла
Өфөлә Ағиҙел аша иҫке күпер ябыла

Баш ҡалаланың Воровский урамы башланған урында 1956 йылда сафҡа индерелгән күпер, үҙгәртеп ҡороу эштәре менән бәйле, ваҡытлыса ябыла. Иҫке күперҙе ремонтлау арҡаһында 1 марттан күрше ике күперҙә автомобилдәрҙең хәрәкәт итеү схемаһы үҙгәрә.

Былтыр сафҡа индерелгән яңы күпер буйынса аэропорт йүнәлешендә тарайтылған дүрт хәрәкәт юлы асыласаҡ. Икенсе күпер буйынса Өфөнән сығыу өсөн бер һәм өҫтәлмә рәүештә тағы ла реверсив хәрәкәт юлы булдырыласаҡ. Ә ҡалаға инеү өсөн өс хәрәкәт юлы ҡалдырыла. Иҫке күперҙе ремонтлау эштәрен 2025 йылдың август айында тамамлау планлаштырыла. Әммә баш ҡаланың 450 йыллығын билдәләү сәбәпле, күперҙе 2024 йылда сафҡа индереүҙәре ихтимал.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас