+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Февраля 2022, 05:40

Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 88 йәш тулды

Бөгөн  Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙенең 88 йәшен билдәләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 88 йәш тулдыБөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 88 йәш тулды
Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 88 йәш тулды

Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙенең 88 йәшен билдәләй.

Ул 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда, Өфө нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. 1964 йылда Өфө нефть институтының киске бүлеген тамамлай.

1960 – 1975 йылдарҙа КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, яңы производстволарҙы эшкә ҡушыу һәм көйләү буйынса баш инженер урынбаҫары булып эшләй, 1976 – 1978 йылдарҙа предприятиеның баш химигы һәм баш инженер урынбаҫары вазифаларын башҡара.

1978 – 1986 йылдарҙа КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры була, 1990 йылға тиклем директор вазифаһын биләй.

Артабанғы эшмәкәрлеге Башҡортостандың яңы дәүерҙәге дәүләтселеген ҡороуға бәйле. 1990 – 1993 йылдарҙа  Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе була. 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тарафынан Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана. Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың 63 проценты М. Ғ. Рәхимов өсөн тауыш бирә.

1998 йылдың 14 июнендә Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына ҡайтанан һайлана. 2003 йылда Республика Президенты һайлауҙары ике турҙа үтә.  21 декабрҙә, икенсе турҙа 78 проценттан артыҡ тауыш йыйып, өсөнсө тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайлана.

Рәсәйҙә төбәк етәкселәрен һайлау тәртибе үҙгәреүгә бәйле, 2006 йылдың 5 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин республика Президенты вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн Мортаза Рәхимовтың кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарауына индерә. 2006 йылдың 10 октяберендә үткән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттан тыш ултырышында депутаттар бер тауыштан Мортаза Рәхимовҡа республика Президенты вәкәләттәрен яңы биш йыллыҡка йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә.

2010 йылдың 12 июлендә Мортаза Ғөбәйҙулла улывазифаһынан ваҡытынан алда китергә теләүе тураһында иғлан итә. 15 июлдә Рәсәй Федерацияһы Президенты Д. А. Медведев М. Ғ. Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһынан отставкаға китеү үтенесен ҡәнәғәтләндерә.

Башҡортостандың беренсе Президенты хаҡлы ялда йәмәғәт эшмәкәрлегенән ситләшмәй. 2010 йылдың 22 октябренән «УРАЛ» хәйриә фонды рәйесе булып тора. Шулай уҡ ”Башнефть“ акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советына һайлана.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы Мортаза Ғөбәйҙулла улын күркәм тормош байрамы менән ҡотлап, иҫәнлек-һулыҡ, халыҡ өсөн башҡарған эштәрендә уңышлыҡтар теләп ҡала.

Автор:
Читайте нас