+13 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
7 Февраль 2022, 09:31

2103 – яңы кире рекорд

Һуңғы тәүлектә республикала ковид инфекцияһы 2 103 ауырыуҙа раҫланған. Коронавирус йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, 143 377-гә еткән.

2103 – яңы кире рекорд2103 – яңы кире рекорд
2103 – яңы кире рекорд

 Һуңғы тәүлектә республикала ковид инфекцияһы 2103 ауырыуҙа раҫланған. Уны йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, 143 377-гә еткән. Был турала Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте. Коронавирус үтә лә ҙур тиҙлектә тарала.

Үткән тәүлектә республикала ковидтан алты үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан бирле зәһәр инфекциянан вафат булыусылар – 4 838.

Әле амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар бик күп – 13 840. Стационарҙа яһил вирусҡа ҡаршы көрәшеүселәр – 285, шуларҙың 32-һенең хәле ауыр.

Республикала шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итә: прививканың беренсе компонентын – 2 392 331 кеше яһатҡан. Икенсе компонентын эшләтеүселәр – 2 229 856 (прививка яһатырға тейешле халыҡтың 89,8 проценты).Үҫмерҙәр араһында вакцина ҡаҙатыусылар – 2 220.

Республикала дәүләт поликлиникаларының иртәнге һигеҙенсе яртынан киске унға тиклем ҡабул итеүен билдәләп үтәбеҙ.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас