+6 °С
Облачно


Олимпиаданың өсөнсө көнөндә Рәсәй саңғысыһы Александр Большунов скиатлон буйынса ярыштарҙа Олимпиа чемпионы исемен яуланы. Ә Денис Спицов көмөш миҙалға лайыҡ булды. Улар икеһе лә ярыш барышында йығылыуға ҡарамаҫтан, ваҡыт буйынса ҙур айырма менән ышаныслы еңеү яуланы. Бөгөнгә Рәсәй йыйылма командаһы саңғысылар ҡаҙаныштары иҫәбенә Олимпиада уйындарының миҙал зачетында һигеҙенсе урындан икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Шулай итеп, әлеге көндә Рәсәй спортсылары бер алтын, ике көмөш һәм бер бронзаға эйә булған.