

АҠШ-тың Калифорния университеты ғалимдары асыҡлауынса, беҙҙең мейе тап ошо секундта барған күренештәрҙе түгел, ә 15 секунд элек булғандарын күҙ алдына баҫтыра. Кеше мейеһе күҙҙәр аша ҙур күләмдәге мәғлүмәтте эшкәртеп өлгөрөргә тейеш, ә был реаль ваҡыт режимында мөмкин түгел. Тирә-яҡ картинаһы 15 секундҡа тотҡарлана, тигән фекерҙә ғалимдар.
«Әгәр ҙә беҙҙең фекерләү ағзаһы һүрәттәрҙе реаль ваҡытта яңыртып торһа, донъя өҙөктәр рәүешендә күҙ алдына баҫасаҡ – туҡтауһыҙ күләгәләр емелдәүе, әйберҙәр хәрәкәте салынасаҡ», – тип белдерә белгестәр. Нейрофизика механизмы мейене туҡтауһыҙ, тәртипһеҙ хәрәкәт иткән картиналар ағымынан һаҡлар өсөн 15 секунд элек булған һүрәттәрҙе яйға һалып күрһәтә. Әлеге мәғлүмәт тәжрибәләр менән дә дәлилләнгән. Үҙ теләге менән һынауҙарҙа ҡатнашҡан 100 кешенең барыһы ла 30 секундлыҡ роликтың һуңғы 15 секундын ғына хәтерләгән.